Шаран эшҡыуарҙары республика халҡына уның 72 төрлө сортын тәҡдим итә. Төбәкте тәмле еләк менән данлаусы уңғандар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Һөнәри кимәлдә еләк үҫтереү шөғөлөн шаранда уҙған быуаттың етмешенсе йылдары башында Капитонов, Димитриевтарҙың хеҙмәт династиялары башлап ебәргән. Һаулыҡҡа файҙалы еләкте ғаилә Шишмә районында урынлашҡан питомниктан алып ҡайтып күпләп үҫтергән. Килемле һәм артыҡ ҙур сығым талап итмәгән шөғөл менән әлеге ваҡытта 15 эшҡыуар, 200-ҙән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ шөғөлләнә.
Шаран еләге райондың төп аҙыҡ бренды булараҡ та билдәле. Хужалыҡтарҙа еләк бешкән осорҙа киң ҡолас менән гастрономия фестивалдәре ойошторола. Унда туристар, һәүәҫкәр баҡсасылар еләк-емеште тәмләп ҡарай, үҫентеләр һатып ала, ҡайнатмалар, джем әҙерләү буйынса тәжрибә туплай. Эшҡыуарҙар еләк тармағын үҫтереү, эшкәртеү алымдары менән бүлешә.
Һуңғы йылдарҙа районда еләк йүнәлешен үҫтереүгә 30 миллион һум самаһы федераль һәм республика дәүләт ярҙамы йүнәлтелгән, 3 эре хужалыҡ ойошторолған. Шаранда йылына 3000 тоннанан ашыу тауар еләге үҫтерелә.
Татлы еләк өлгөргән осорҙа Шаранға килеүселәр экологик яҡтан таҙа төбәктә үҫтерелгән еләкте тәмләп ҡарай, күпләп һатып та ала. Әйткәндәй, Өфөлә Шаран еләген һатыу нөктәләрен арттырыу мәсьәләһе лә тиҙҙән ыңғай хәл ителәсәк. Баҡса еләген үҫтереүҙе артабан да таратыу маҡсатында 2024 йылдың 29 июлендә Шаран ауылында «Еләкле төбәк» гастрономия фестивале уҙғарыласаҡ, унда районда үҫтерелгән еләктең бөтә сорттары тәҡдим ителәсәк.
Гүзәл Борханова






