Республика вәкилдәре Витебскиҙа Беларусь һәм Рәсәй төбәктәренең 11-се форумында ҡатнаша, шулай уҡ дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәр төҙөй. Сәфәрҙең тәүге көнөндә Радий Хәбиров Витебск өлкәһе губернаторы Александр Субботин менән осрашты.
Улар төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙан һуң Башҡортостан делегацияһы ағзалары Витебскиҙа төҙөкләндерелгән Еңеү майҙанында фонтандар комплексын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был сара Витебскиҙы немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы уңайынан ойошторолған. Тантана ижади коллективтарҙың концерты һәм байрам салюты менән тамамланды.



