Өфө эргәһендәге Зубов ауылында мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла

Проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелә. Спорт комплексы төҙөлөшө Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде.

Кәңәшмәлә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында бөтәһе 7 проект ҡаралды. Мәҫәлән, Иглин районында инвесторҙар этномәҙәни глэмпинг булдырырға теләй, ә «Өфө» аэропорты биләмәһендә заманса ҡунаҡхана төҙөлә башлаған да инде. Инвесторға ярҙам саралары сифатында һалым льготалары биреләсәк һәм инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡапланасаҡ. Балаҡатай эшҡыуарҙары ла дәүләт ярҙамы ала, улар тиҙ төҙөлә торған торлаҡ йорттар етештереү күләмен киңәйтергә, шулай уҡ төрлө ағас һутын ҡойоу ҡеүәтен арттырырға ниәтләй.

«Инвестиция сәғәте»ндә Башҡортостанда автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға алыу сервисын сафҡа индереү проекты ла ҡаралды. Уны «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани тәҡдим итте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ