Туймазы районында автомобилдәр бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш бала зыян күргән

Туймазы районында «Renault Duster» менән «Geely» автомобилдәре бәрелешеүе һөҙөмтәһендә биш бала зыян күргән.

Дәүләт автоинспекцияһы Бәләбәй-Николаевка-Туймазы автомобиль юлында теркәлгән авария сәбәптәрен асыҡлай. Көслө бәрелеүҙән һуң ике автомобил дә юлдан төшөп киткән. Ваҡиға урынында медицина хеҙмәткәрҙәре ете кешене, шул иәҫптән биш баланы тикшергән. Уларҙың икәүһе дауаханаға оҙатылған.

Белорет районында ла балалар зыян күргән. Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 238-се километрында «Киа Рио» менән «Лада Веста» автомобилдәре бәрелешә. Авария ла инормаркалағы дүрт кеше, шул иҫәптән өс бәлиғ булмаған бала йәрәхәтләнгән. Улар дауаханаға һалынған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ