Баймаҡ районында балаларҙың йәйге каникулын күңелле үткәреү өсөн көндөҙгө мәктәп лагерҙары эшләй

Йәйге ял. Баймаҡ районында балаларҙың йәйге каникулын күңелле үткәреү өсөн көндөҙгө мәктәп яны ял һәм хеҙмәт лагерҙары, Талҡаҫ күле буйында “Орленок”, Граф күле буйында һауыҡтырыу үҙәктәре эшләй. Уҡыусыларҙың ял минуттары хаҡында киләһе сюжетта.

«Көн дә шахматтар». Ошондай исем аҫтында Граф күле буйында 21 көнлөк лагерь эшләй. Унда Баймаҡ ҡалаһы, Әбйәлил, Хәйбулла Баймаҡ райондарынан шахмат-шашка буйынса алдыңғы, 7 йәштән 11 йәшкә тиклемге 46 спортсы ял итә. Был төр лагерь икенсе йыл рәттән уңышлы эшләй.

Баймаҡ ҡалаһының 5 мәктәбе уҡыусыһы Эмиль Иҫәндәүләтов инде икенсе йыл спорт лагерында ял итә. Шашка-шахмат буйынса һәләтле үҫмер бында үҙе кеүек интеллектуаль уйындарҙы яратҡан тиҫтерҙәре менән аралаша, яңы дуҫтар таба.

Балалар лагерҙа шашка‐шахмат буйынса тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, һаулыҡтарын да нығыта. Бында 6 тапҡыр ашатыу ҡаралған. Ял итеүселәр йәш арауығына ҡарап өс төркөмгә бүленгән, улар менән тәжрибәле вожатыйҙар, тәрбиәселәр эшләй. Буласаҡ чемпиондар өсөн төрлө осрашыуҙар, ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ