Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында китап-альбом донъя күрҙе

Йомабай Иҫәнбаев милли сәнғәтте донъяға танытҡан башҡорт музыканттарының береһе. Бар ғүмерен ҡурайҙы данлауға арнаған кеше. Китапты төҙөүҙә Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, танылған артист Хөрмәтулла Үтәшев һәм тарихсы Азат Ярмуллин ҡатнаша. “Йыйынтыҡҡа ҡурайсы хаҡында хәтирәләр, һирәк фотоһүрәттәр һәм шиғырҙар тупланды”, - ти Азат Ярмуллин.

Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында китап-альбом донъя күрҙе

Йомабай Иҫәнбаев Франция, Германия, Швеция һәм тағы ла байтаҡ сит илдәрҙә сығыш яһай. 1991 йылда музыканттың 100 йыллығы уңайынан уны Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә күрһәтәләр.  Хәйбулла районында ҡурайсы исеменә конкурс ойошторола. Быйыл августа Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында һәйкәл асыу ҡарала. Шулай уҡ яңы нәшер ителгән китап-альбомдың исем туйы уҙғарыла.

Фото №1 - Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында китап-альбом донъя күрҙе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ