Республика Башлығы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләһенә бәйле секция ултырышында ҡатнашты. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн Башҡортостан һәм Беларусь араһында сәнәғәт кооперацияһы булдырыла.
Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы былтыр Өфөлә үтте. Унда “Амкодор-Ағиҙел” ойошмаһы эшенә старт бирелде. Бында ауыл хужалығы өсөн ҡорамалдар етештерелә.




