Башҡортостанда өлкәндәр өсөн дә һөт ризыҡтары етештерелә башланы

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Һөт кухняһы” кибеттәрендә һәм магазиндарҙа яңы тауарҙар тәҡдим ителә. Бында өлкән кешеләр өсөн һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек һатыла. Уны Октябрьский ҡалаһында сығаралар. Һөт ризыҡтары сифатына етди иғтибар бирелә. Республикала ауырлы ҡатындар, йәш әсәләр һәм мохтаж ғаиләләрҙә үҫкән балалар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар яҡындарына “Һөт кухняһы” тауарҙары бушлай таратыла. 2019 йылдан 70 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған.

Фото №1 - Башҡортостанда өлкәндәр өсөн дә һөт ризыҡтары етештерелә башланы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ