Программа Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Ниндәй осраҡта белгескә барыу кәңәш ителә? Республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы Наталья Тулбаева яуап бирә.
“Яугирҙәрҙе дауалау өсөн төрлө ысулдар ҡулланабыҙ”, - ти Республика клиник психотерапия үҙәге табибы Гүзәл Байбулатова.
Табип-психотерапевт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Ҡабул итеүгә 122 өҫтәмә 2 телефоны буйынса яҙылырға мөмкин. Белгестәр шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалында консультация бирә. Быйыл 5 айҙа 200-гә яҡын яугир реабилитация үткән.







