Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡанун проектына төҙәтмә әҙерләне. Уға ярашлы күп фатирлы торлаҡ биләмәһендә киске сәғәт 11-ҙән һуң шау-шыулы һәм тауышлы уйындар үткәреү тыйыла. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары рөхсәте менән үткәрелгән күмәк сараларға ғына ташлама яһала. Тынлыҡ законына ярашлы, эш көндәрендә киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем шауларға ярамай. Ял һәм байрам көндәрендә сикләү иртәнге 9-ға тиклем оҙайтыла.







