Башҡортостан дәүләт идара итеү һөҙөмтәлелеге буйынса алдынғы төбәктәр араһында

 Федераль эксперттар 6 ай йомғаҡтары буйынса рейтинг әҙерләгән. Уны “НЕЗЫГАРЬ” телеграм-каналы тәҡдим итә. Беҙҙең республика 10-сы урынға ҡуйылған һәм “Юғары һөҙөмтәлелек” тигән төркөмгә индерелгән. Бында шулай уҡ Мәскәү, Татарстан, Чечня, Санкт-Петербург, Кемеров өлкәһе бар. Эксперттар фекеренсә, федераль үҙәк Башҡортостанда алып барылған сәйәсәтте хуплай, социаль-иҡтисади күрһәткестәр ыңғай баһалана, махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып барыла. Иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов әйтеүенсә, инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендәге әүҙем эшмәкәрлек тә юғары баһа алырға мөмкинлек биргән.

Башҡортостан дәүләт идара итеү һөҙөмтәлелеге буйынса алдынғы төбәктәр араһында
Фото №1 - Башҡортостан дәүләт идара итеү һөҙөмтәлелеге буйынса алдынғы төбәктәр араһында
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ