Башҡортостан берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға яҙыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйған

Иң юғары баһаны 147 имтихан эше алған. Былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. 11 сығарылыш уҡыусыһы бер үк ваҡытта ике предмет буйынса 100 балл йыйҙы, былтыр улар икәү булған. Был бығаса булмаған һөҙөмтәләр. Балаларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайым! Артабанғы һөнәр һайлауҙа уңыштар теләйем, һәм уларға һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Иң мөһим бурыстарҙың береһе - президент программаһы буйынса 31 мәктәпте капиталь ремонтлау, шуларҙың алтыһы быйыл тамамлана һәм 25-е киләһе йылда. Шулай уҡ быйыл «Мәғариф» милли проекты буйынса төҙөләсәк 9 мең урынлыҡ 8 мәктәпте сафҡа индерергә планлаштырабыҙ, тигән Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ