Был «Юғары һөҙөмтәлелек» төркөмө тип атала. Исемлектә 12 субъект, шул иҫәптән Башҡортостан бар. Рейтингты төҙөүселәр иҡтисади процестарҙы, социаль өлкәнең үҫешен, шулай уҡ төрлө аварияларҙы тәбиғәт афәттәрен, террористик хәүефте анализлаған.
Атап әйткәндә, «Незыгарь» тeлеграмм-каналы авторҙары Башҡортостанда идара итеү эшмәкәрлегенең юғары һөҙөмтәлелеге, элита эсендәге конфликттар нигеҙҙә хәл ителгәнен, федераль үҙәктән күрһәтелгән ярҙамды, иҡтисадтың тотороҡло торошон, юғары инвестиция йәлеп итеүсәнлеген, сәнәғәт производствоһының үҫеүен билдәләй.
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҙур иғтибар бүленә. Социаль-иҡтисади сәйәсәт перспективалары уңайлы тип баһалана.



