Хәйбулла районында яугирҙарға МХО-ла күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградалар тапшырылды

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Абу» ҡушаматлы яугир «Батырлыҡ» орденына, . «Бүре» менән «Кәрим» «Батырлыҡ өсөн « миҙалдарына лайыҡ булды. «Тимур» ҡушаматлы хәрбигә генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.

Әлеге ваҡытта «Абу»,» Буре» ҡушаматлы яугирҙар яраланғандан һуң реабилитация үтә. «Кәрим» менән «Тимур» ошо көндәрҙә йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Дуҫтарса әңгәмә барышында район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмир Ҡотоев ил именлеге өсөн көрәшкән хәрбиҙәргә аҡсалата түләү, ғаиләләренә ярҙам сараларына, көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, матди-техник тәьминәт, гуманитар ярҙамға ҡағылышлы мәсьәләләргә туҡталды..

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ