Республикала 50 тәрбиәсе Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды

Үҙ проектыңды тормошҡа ашырыуға - ярты миллион һум. Республикала 50 тәрбиәсе Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды. Конкурс төбәктә беренсе тапҡыр үткәрелә һәм илдә тәрбиәселәрҙе матди ҡеүәтләү буйынса берҙән-бер тәжрибә һанала. Радий Хәбиров гранттарҙы тапшырыу тантанаһында конкурсанттар араһындағы тағы ла 25 тәрбиәсегә матди ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйҙы. Милли тәрбиә, музыка, спорт - йәш белгестәр төрлө йүнәлештә проекттарын тормошҡа ашыра башлаған да инде.

Ул балалар өсөн байрам тыуҙырыусы. Балалар төркөмө - оркестр булһа, тәрбиәсе Екатерина Гронская - дирижер ролендә. Белгес балалар баҡсаһында 14 йыл эшләй. Ә музыкаға һөйөү уға бала саҡтан уҡ килә. Олатаһы баянда уйнай, ә әсәһе бөгөн дә музыкаль мәктәптә уҡыта. Шуға ла педагогтың нәҡ музыкаль юлды һайлауы осраҡлы түгел.

Конкурста ҡатнашып, мин үҙемде һөнәри яҡтан һынап ҡараным. Башҡа конкурсанттар менән ярышыу ҡыҙыҡ булды. Йәш педагогтарға иғтибар бик кәрәк.

Екатерина Гронская, Өфөнөң 214-се балалар баҡсаһы музыкаль етәксеһе

Екатерина Гронская балаларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләһә, Евгения Зайцева кескәйҙәрҙе сәләмәт тормошҡа өйрәтә. Тәрбиәсе Стәрлетамаҡ балалар баҡсаларының береһендә эшләй. Башҡортостан башлығы грантына ул балалар өсөн физик күнекмәләр комплексы булдырған. Субсидия ярҙамында ул проектын тағы камиллаштырмаҡсы.

Грант алыу минең өсөн яңы проекттарға этәргес булды. Бынан һуң, тағы ла нығыраҡ тырышып эшләге килә.

Евгения Зайцева, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе

Ике тәрбиәсе лә - Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булыусылар. Конкурста йәмғеһе 50 белгес үҙ проектын тормошҡа ашырыуға ярты миллион һумлыҡ субсидия алғайны. Әйткәндәй, республикала тәрбиәселәргә грант тапшырыу илдә берҙән-бер тәжрибә һанала. Ғөмүмән, республикала балалар баҡсаларын үҫтереү эҙмә-эҙлекле алып барыласаҡ.

Бынан тыш, республикала мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын ремонтлау һәм модернизациялау программаһы старт ала. Әле муниципалитеттарҙа заявкалар йыйыла. Кескәй йәштәгеләргә уңайлы шарттар һәм уларҙы тәрбиәләгән белгестәрҙе ҡеүәтләү - киләсәк нигеҙе. Сөнки балалар - илебеҙҙең буласаҡ граждандары.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ