Президент Владимир Путин сығарылыш уҡыусыларын ҡотланы. Бөгөн һәм иртәгә 9-сы һәм 11-се класс балаларына өлгөргәнлек аттестаттары тапшырыла. Владимир Путин егеттәр һәм ҡыҙҙарға уңыштар теләне.
Башҡортостанда 50 меңдән ашыу бала мәктәп менән хушлаша. Бөгөн 9-сы класс уҡыусылары өсөн сығарылыш кисәләре үтә. Өфөлә Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында ла байрам сараһы уҙҙы.
“Балалар тырышып уҡыны. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашты. Улар менән ғорурланабыҙ”, - ти Рәйфә Ғимаева. Уның ҡыҙы Вилена дизайнер булырға хыяллана. Тиҙҙән Өфөләге колледждарҙың береһенә документ тапшырырға ниәтләй.
Фотоһүрәттә: Ғимаевтар ғаиләһе.







