Байрамда йыл һайын 100 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Тәүге һабантуй 1913 йылда Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһында үткәрелә. Быйыл рәсми делегацияны Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкләй. Байрамда Сибай концерт-театр берләшмәһе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнаша. Ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителә. Ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә була. Батырҙар көрәш турнирында көс һынаша ала. Башҡорт мәҙәниәтен танытыуға ҙур өлөш индергән замандаштарыбыҙҙы бүләкләү ҡарала.




