Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Бөрйән районындағы үҙенсәлекле һүрәттәрҙе бер нисә йыл сит ил белгестәре тикшерҙе. Ошо көндәрҙә эксперттар советы ултырышында уларҙы Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарары ҡабул ителде. Иң боронғо һүрәттәр яҡынса 16-20 мең йыл элек төшөрөлгән.







