Өфөлә мәшһүр ғалим Дамир Вәлиевтың иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара конференция үтте. Дамир Жәүәт улы Силәбе башҡорто. Ул Башҡортостан этика мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Фәлсәфә фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы мөхбир-ағзаһы. Уҡыусылары уны яҡшы ойоштороусы, талапсан педагог булараҡ иҫкә ала. “Мин уның беренсе аспиранты. Диссертациямды ваҡытында яҡланым. Сөнки остазым оҫта булды”, - ти профессорҙың уҡыусыһы, Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
Дамир Вәлиев 2002 йылда вафат була. Тыуған яғы Силәбе өлкәһе Арғаяш районында уның исемен йөрөткән мәктәп бар. Уның диуарына ғалимға арналған мемориаль таҡтаташ беркетелгән.





