Республика пенсионерҙары Үзбәкстанға барырға әҙерләнә. Хаҡлы ялдағылар өсөн сәйәхәт “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһына ярашлы ойошторола. Башҡортостан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко беҙҙең радиоға биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.
Былтыр Башҡортостанға 2 миллионға яҡын турист килгән. Быйыл уларҙың һаны тағы ла артыуы көтөлә. “Ҡунаҡтарға күрһәтер урындар, уларҙы ҡабул итер үҙәктәр күп”, - ти Зөһрә Гордиенко.
“Беҙ туризм тармағына аҡса һалырға әҙер булған кешеләрҙе көтәбеҙ. Туризм үҫеше башҡа өлкәләрҙе лә алға этәрәсәк”, тигән фекерҙә Зөһрә Гордиенко.







