Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ошоға бәйле закон проектын ҡабул итте. Уға ярашлы ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, мөмкинлектәре сикләнгән егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡайтанан һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Бының өсөн аҡса бюджеттан бүленә. Бынан тыш, әсбаптар һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары һатып алыуға айлыҡ пособие түләнә.







