Баш ҡаланың транспорт прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дим районында күл буйында пилотһыҙ осҡос һауаға күтәрелгән. Квадрокоптерҙы осороу өсөн алдан рөхсәт алынмаған һәм аппарат бер ҡайҙа ла теркәлмәгән булған. Ошо сәбәпле пилотһыҙ осҡос хужаһына 30 мең һум штраф һалынған. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, республика биләмәһендә квадрокоптер йәки дрондар осороу сикләнә.







