«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Өфөнөң Кольская урамында төҙөкләндереү эштәре бара. Быға бәйле, Октябрь проспектынан алып Рәсәй урамына тиклемге арауыҡта автомобиль хәрәкәте ваҡытлыса сикләнгән. Юлдың иҫке асфальт ҡатламы алынып, яңыһы һалына башланы. Тротуарҙарҙы яңыртыу, йәшелләндереү эштәре лә планлаштырылған. Билдәле булыуынса, Кольская урамында автомобилдәр ағымы көслө, юл 70 процентҡа эшлектән сыҡҡан булған. Ремонт киләһе ай аҙағында тамамлана.






