Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе Игебаевтар нәҫеле шәжәрә байрамына йыйылды

Ырыу һәм ҡан-ҡәрҙәштәреңдең тарихын белеү-мәртәбә. Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе Игебаевтар нәҫеленең 400-ҙән ашыу вәкиле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Йәнтеш ауылына шәжәрә байрамына йыйылды. Игебаевтар нәҫеленең быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихи үткәне тураһында киләһе яҙмала.

Игебаевтар нәҫеленән булған 400-ҙән ашыу кеше өсөн «Шәжәрә байрамы» изге Ҡөрьән доғаларынан башланды. Улар Башҡортостандан тыш, тотош ил буйынса таралған. Туған-тумасалары менән осрашыуға һәр кем ҡанатланып-талпынып ҡайтҡан. Күптәр бындай осрашыуҙа беренсе тапҡыр ҡатнаша. Ҡунаҡтар иғтибарына ҙур стендта шәжәрә ағасы, ташҡа баҫтырылған «Игебаевтар шәжәрәһе» китабы тәҡдим ителде. Илшат Игебаевтың хыялы - бөтә туғандарын «Ҡурай» туристик базаһына йыйыу.

Ил буйынса сәйәхәттәрҙә йыш булабыҙ. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең төбәккә туристарҙы ныҡлап йәлеп итә алабыҙ. Уның өсөн хозур тәбиғәт, ҡунаҡсыллыҡ бар. Шуға ла милли стилдәге турбазаны «Ҡурай» тип атаныҡ. Бында йыл әйләнәһенә ҡунаҡтар ҡабул итәсәкбеҙ. Тәүге башланғысҡа нигеҙ һалынды.

Илшат Игебаев, Шәжәрә байрамын ойоштороусы

Йәнтештәр шәжәрә байрамын 17 йыл элек үткәргән булған. Игебаевтар шәжәрәһен ойоштороуҙа һәр ғаилә әүҙемлек күрһәтеп, ата-бабалары тарихын 9 быуынға тиклем ентекле өйрәнгән. Театрлаштырылған тамашала ҡатнашыусылар иһә ырыу тарихы, тормошо, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Ғаиләләр сағыу милли костюмдарҙа сығыш яһаны.

Игебаевтар шәжәрәһе туғанлыҡ ептәрен нығытырға ла булышлыҡ итте. Халыҡ фекеренсә, һәр кеше өсөн иң ҡиммәтлеһе - ғаилә, ата-әсә, туғанлыҡ ептәре. Тамырҙарҙы тәрәнерәк өйрәнгән, тарихты быуындан-быуынға тапшыра барған һайын, нәҫел тағы ла көслөрәк була бара, ти тамырҙары Йәнтештән булғандар.

Туғандар мул табында Ҡорбан ашын да тәмләне. Һуңынан ике йәш төркөмәндәге балалар өсөн Ҡөрьән аяттарын һөйләү конкурсы ойоштролдо. Етеҙ , сая, көслөләр спорт ярыштарында таһыллығын һананы. Шәжәрә байрамы һәр кем күңелендә ғаилә йылыһы һәм ҡунаҡсыллыҡ менән иҫтә ҡалды.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ