Башҡортостан делегацияһы Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре 11-се форумындағы эшен тамамланы

Башҡортостан делегацияһы Витебскиҙа ойошторолған Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре 11-се форумындағы эшен тамамланы. Күләмле сара башҡорт-белорус бәйләнештәрен нығытыу мөмкинлеген киңәйткән, яҡтар ауыл хужалығы, машиналар төҙөлөшө, туризм өлкәләрендә берҙәм эш алып барыу тураһында килешкән. Атап әйткәндә, Брест өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында документҡа ҡул ҡуйылған. Форумда ҡабул ителгән мөһим ҡарарҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Ҡунаҡсыл Белоруссияла уҙғарылған күләмле форумда Башҡортостан үҙ стендын тәҡдим иткән берҙән-бер Рәсәй төбәге булды. Павильон эсендә арт-инсталляция ярҙамында республикабыҙҙың мәҙәни, туристик, инвестиция һәм сәнәғәт мөмкинлектәре, шулай уҡ тормошҡа ашырылған берҙәм проекттар күрһәтелде. Стенд янына килеүселәрҙе зубр картинаһы - ике төбәктең ышаныслы, ныҡлы кооперацияһы символы ҡаршы алды.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почетлы ҡунаҡтарға яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәре тураһында һөйләне. Уларҙың күп өлөшө ауыл хужалығы тармағына бәйле. Стенд менән танышҡандан һуң төбәк етәксеһе Федерация советы рәйесе урынбаҫары Юрий Воробьев һәм Белоруссияның Милли йыйылыш республика советы рәйесе урынбаҫары Сергей Хоменко менән бергә «Беларус» тракторҙары һәм Маз автомобилдәре күргәҙмәһен, шулай уҡ Белоруссияның Фәндәр академияһы, «Беллегпром» концерны һәм мультикоптер, агродрондар етештергән предприятие экспозицияларын ҡараны.

Күргәҙмә майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте, «Минск автомобиль заводы» һәм «Өфө трамвай-троллейбус заводы» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөлдө. Документҡа ярашлы, Өфө районында ҡала электр транспорты производствоһын ебәреү ҡаралған. Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре 11-cе форумы эшлекле программаларға бай булды. Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенко менән Беларусь Милли Йыйылыш республика советы рәйесе Наталья Кочанова ике илдең дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашты. Көн тәртибенә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм төрлө тармаҡтарҙа берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре сығарылды.

Дөйөм алғанда, Башҡортостан һәм Беларусь республикалары араһында бәйләнештәрҙе нығытыу буйынса юл картаһында 400-ҙән ашыу пункт, ул тағы ла тулыландырыласаҡ. Яртыһы тиерлек иҡтисад өлкәһе проекттарына бәйле. Форум барышында Гомель, Гродно, Брест өлкәләре менән һөйләшеүҙәр алып барылды, һуңғыһы менән сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәғариф, йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Башҡортостан делегацияһы Витебскиҙа ойошторолған Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре 11-се форумындағы эшен тамамланы. «Яҡшы кәйеф менән ҡайтабыҙ», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Хеҙмәттәшлек тә бит күп яҡлы, тормошҡа ашырылған берҙәм проекттар ҙа арта. Төбәк етәксеһе белорустарҙың ҡунаҡсыллығы һәм эшлеклелеге һоҡландырыуын да билдәләп үтте.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ