Радий Хәбиров күҙ табибы Гүзәл Исмәғилеваға Лука Крымский миҙалын тапшырҙы

20 йылдан ашыу табип антына тоғро. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһы күҙ табибы Гүзәл Исмәғилеваға Лука Крымский миҙалын тапшырҙы. Табип махсус хәрби операция биләмәһенә командировка менән барып, яугирҙарға медицина ярҙамы күрһәтә. Үҙ эшенең оҫтаһы менән БЮТ хәбәрсеһе хәбәрсебеҙ Рәзилә Ғиниәтуллина осрашты.

Күҙ табибы булыу - Гүзәл Исмәғилеваның бала саҡ хыялы. Күҙ ауырыуы менән әсәйем интекте, шуға уны дауалау - минең маҡсатым ине, ти белгес. Хеҙмәт стажы инде ике тиҫтә йылдан ашҡан. Ә махсус хәрби операция биләмәһендә ул бер йыл командировкаларҙа йөрөгән. Красный Лучта - балаларҙы, ә Донецк госпиталдәрендә яралы һалдаттарҙы ҡабул иткән. Ошо ваҡытта ҡалтыраған тәҙрә быяларынан шартлатҡыс осоп килеүен танырға өйрәндем, ти табип.

Госпиталдәрҙә ул тәүлегенә 20-шәр яраланған яугирҙы ҡабул итә. Арыта, шартлау тауыштары ҡурҡыта, тик Табип антын биргән белгес бирешмәй. Герой табипҡа дәүләт наградалары ла тапшырыла. Ә Медицина хеҙмәткәре көнө уңайынан Башҡортостан башлығы уны Лука Крымский миҙалы менән бүләкләне.

Гражданкаға ҡайтҡас та, Гүзәл Исмәғилева поликлиникалағы эшенә тотона. Хеҙмәттәштәре лә уны үҙ эшенең оҫтаһы, кешелекле шәхес булараҡ белә.

Махсус хәрби операция биләмәһендә табиптар бригадалар менән хеҙмәт итә. Гүзәл Исмәғилева менән бергә поликлиника мөдире Дмитрий Григорьев та махсус хәрби операция биләмәһендә профессиональ ярҙам күрһәтә. Белеме буйынса ул эндокринолог.

Башҡортостан яугирҙарына ярҙам күрһәткәндә, яҡташлыҡ хисе көс өҫтәй, тип белдерә табиптар Иң мөһиме, тыуған яҡҡа ҡайтыу менән, тыныс тормош ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың, ти улар.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ