Проекттың төп маҡсаты - эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү. Ул йыл башында эшләй башлаған. Проектта республиканың төрлө төбәктәренән үҙен 600-гә яҡын гүзәл зат һынап ҡараған, улар ошо ваҡыт эсендә үҙҙәренең бизнес проектын яҡлаған, семинарҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан, билдәле эксперттарҙың кәңәштәрен тыңлаған. Финалға тиҫтәнән ашыу ҡатын-ҡыҙ сыҡты. Жюри ағзалары әйтеүенсә, проекттарҙың күбеһе социаль өлкә буйынса. Киләсәктә еңеүселәргә уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү ҙә ҡарала.






