Башҡортостан журналистары Евразия фән-белем биреү үҙәгенең кампусы эшмәкәрлеге менән танышты

Башҡортостан журналистары Евразия фән-белем биреү үҙәгенең халыҡ-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Өфө фән һәм технологиялар, Өфө дәүләт нефть техник, Башҡорт дәүләт медицина университеты лабораторияларында, иннвовация, коворкинг, стартап үҙәктәрендә заманса технологияларҙы ҡараны, ғалимдар, студенттар менән аралашты. Республиканың белем биреү системаһына яңы һулыш өргән кампустан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Еләк, банан йәки башҡа йәшелсә-емешкә генетика тикшеренеүен өй шарттарында ла үткәрергә мөмкин, бының өсөн уларҙы иҙеп тоҙ, сода, шыйыҡ һабын ҡатнашмаһына ҡушыу ҙа етә. Ә бына кеше ҡанын тикшереү ҡатмарлыраҡ. Сөнки анализ һөҙөмтәһе буйынса кешенең нәҫеле, ауырыуҙары буйынса тулы мәғлүмәт алырға, дауалау алымдарын билдәләргә кәрәк.

Кеше һөйәгенең күсермәһен эшләп протез өсөн яһалма быуын әҙерләү, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн программалар уйлап табыу һәм башҡалар. Мәҫәлән, был лаборатория ғалимдарының эшмәкәрлегенә беҙ һулаған һауаның сафлығы бәйле. Уйлап сығарылған датчиктар кеше сәләмәтлегенә зыян килтергән зарарлы матдәләрҙең нисбәтен асыҡлай ала.

Заманса дизайн, үҙенсәлекле биҙәлеш, йәштәрсә мөхит. Студенттар кампусының айкьюпаркы тәү сиратта креатив проекты менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әммә эш архитектура сағылышында ғына түгел, иң мөһиме объекттың йөкмәткеһе. Майҙандың һәр сантиметры заманса технологиялар менән йыһазландырылған. Йәғни, айкьюпаркта белем алыу, фәнни асыштар яһау өсөн тулы шарттар ҡаралған. Башҡорт дәүләт медицина университеты бында «Киләсәк медицинаһы» проектын тормошҡа ашыра. Уға ярашлы мәктәп уҡыусыларын уҡыу йортона әҙерләү, студенттарҙы фәнгә йәлеп итеү кеүек бурыстар тормошҡа ашырыла.

37 мең квадрат метр майҙанды биләгән Халыҡ-ара кампуста лабораториялар ҙа, инновация ижады үҙәктәре лә, коворкинг зонаһы ла урын алған. Һәр уҡыу йорто айырым ҡатты биләй. Ә проект тулыһынса тормошҡа ашырылғандан һуң майҙан күләме 100 мең квадрат метрҙан ашыу буласаҡ. Йәғни, студенттар бында уҡый ҙа, фән менән дә шөғөлләнә, ял да итә, хатта йәшәй ҙә аласаҡ. Проектта 4 мең 300 урынға иҫәпләнгән ятаҡтар ҙа бар.

Файҙаланыуға тапшырылған студенттар кампусы күләмле проекттың бер өлөшө генә. Әле уның икенсе сиратын төҙөлә. Күреүегеҙсә, проект түңәрәк ҡулса буйлап теҙелгән ете бинаны үҙ эсенә ала. Йәғни, был майҙан киләсәктә Башҡортостан уҡыу йорттары студенттарын берләштергән фәнни, белем, ижтимағи, мәҙәни ҡаласығы булыр тип көтөлә.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ