Өфөлә элекке 32-сө дауахананың баш табибы Нәүфәл Ҡудашевҡа хәтер таҡтаһы ҡуйылды. Бөгөн был бинала 3-сө ҡала поликлиникаһы урынлашҡан. Мемориалды асыу тантанаһында белгестең яҡындары, коллегалары, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.
Табип 2020 йылда оҙайлы сирҙән һуң, 39 йәшендә вафат булған. Нәүфәл Ҡудашев етәкселек иткән осорҙа төбәктә тәүгеләрҙән булып уның «Һаҡсыл поликлиника» проекты тормошҡа ашырыла башлай. Ул эште дөрөҫ ойоштороп, белгестәргә сиратты кәметеү мөмкинлеге бирә. 2018 йылда Нәүфәл Ҡудашев «Ҡаланың иң яҡшы медицина учреждениеһы етәксеһе» исеменә лайыҡ була.



