Өфөлә халыҡ рәссамы Вәсил Ханнанов иҫтәлегенә фестиваль уҙҙы

Беренсе тапҡыр ойошторолған «Беҙ бергә» тип исемләнгән сара инклюзив балаларҙы сәнғәткә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Фестиваль ҡунаҡтары Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановтың улы Тамерлан Ханнановтың шәхси күргәҙмәһе менән дә таныша алды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Вәсил Ханнанов иҫтәлегенә ойошторолған беренсе инклюзив фестиваль рәссамдың улы Тамерлан Ханнановтың шәхси күргәҙмәһен асыуҙан башланды. Церебраль фалиж менән яфаланыусы Тамерлан уникаль рәссам булараҡ танылған. Һынлы сәнғәт аша ул үҙенең һәләтен тормошҡа ашыра, донъяға айырым ҡарашын кәүҙәләндерә.

Фестивалдә ҡатнашыуға ҡаланың ижади шәхестәре йәлеп ителә. Артур Әлимғужин көршәк ҡойоу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Шулай уҡ йырҙар һәм каверҙар яңғыраны.

Беҙҙең төп маҡсат ижад һөйөүселәрҙе генә түгел, инклюзив балаларҙы ла сәнғәткә йәлеп итеү. Фестивалде тәүге тапҡыр ойошторабыҙ, үҙебеҙ ҙә тәжрибә туплайбыҙ. Сөнки киләсәктә сараны күләмлерәк һәм киңерәк итеп уҙғарыу хыялы бар. Әлеге фестивалде ойоштороуға «Әсәнең изге йөрәге» фонды менән «Өс А» ижади берләшмәһе ярҙам итте.

Гөлнара Ханнанова, Вәсил Ханнановтың ҡатыны

Фестиваль музей эсендә генә түгел, уның алдындағы майҙанда ла үтте. Ҡунаҡтар кейемдәрҙе художестволы биҙәү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты, туҡыу станогында эшләргә өйрәнде. Ошонда уҡ «Әйҙә үҙгәрәйек» экологик проекты ла тәҡдим ителде.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ