Башҡортостанда 9-11 класс уҡыусылары өсөн сығарылыш кисәләре уҙҙы

Дөйөм республика буйынса быйыл 15 мең малай-ҡыҙ 11 синыфты тамамланы. Төбәк мәктәптәрендә белем алыу өсөн шарттар булдырыу, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн дәртләндереү саралары ойоштороу яҡшы һөҙөмтә биргән. Берҙәм дәүләт имтихан күрһәткестәре буйынса 147 эш 100 балға тапшырылған. Был һандар уҙған йылғы һөҙөмтәләр менән сағыштырғанда, ике тапҡырға юғары. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

11 йыл мәктәп партаһы артында, дәрестәр, синыфташтар, Берҙәм дәүләт имтихандары - барыһы ла артта. Күтәренке кәйефтә, байрамса кейенгән малай-ҡыҙҙар аттестаттар алып тыуған мәктәптәре менән хушлашты. Алда уларҙы һөнәр һайлау, студент тормошо көтә.

Берҙәм дәүләт имтихан күрһәткестәре буйынса быйыл республикала 147 эш 100 балға тапшырылды. Был һандар уҙған йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. 11 уҡыусы бер юлы ике фәндән имтиханды йөҙ баллға тапшырған.

Башҡортостанда белем алыу системаһын камиллаштырыу буйынса һөҙөмтәле, күп яҡлы эш алып барыла. Төбәк мәктәптәрен төҙөкләндереү, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға дәртләндереү сараларын ойоштороу, уҡыуҙа һәм спортта еңеүсе балаларҙы әҙерләү һорауҙары һәр ваҡытта иғтибар үҙәгендә. Ә инде юғары уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәргә һөнәри үҫеш юлында ярҙам итеү мәсьәләләре өҫтөнлөклө маҡсат булып тора.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ