Республикала яңы уҡыу йылына утыҙҙан ашыу мәктәп төҙөкләндерелә

Бөрөлә «Мәктәп мәғариф системаһын модернизациялау» программаһына ингән 11 белем усағында ла капиталь ремонт эштәре дауам итә.

Мәғариф учреждениеларын яңыртыу саралары йылдам алып барыла. Өс ай эсендә ремонт 40 процентҡа яҡын теүәлләнгән дә инде.

Мәктәп директорҙары өсөн ойошторолған семинарҙа һәр мәғариф учреждениеһы үҙенең визуаль проектын тәҡдим итте. Эш мәктәп коллективының, ата-әсәләр һәм уҡыусыларҙың теләктәреен иҫәпкә алып башҡарыла. Уларҙың тәҡдимдәрен тыңлап, белем усаҡтарына яңы мебель алына, медиа - биләмә, ял урындары, тәжрибәләр һәм ижад өсөн бүлмәләр булдырыла.

Дәүләт программаһы белем биреү киңлеген тулыһынса яңыртыу мөмкинлеген бирә. Шуға мәктәп биналары ғына түгел, территориялар ҙа төҙөкләндерелә. Уларҙа яңы тренажерҙар, спорт уйындары өсөн майҙансыҡтар йыһазландырыла.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ