Быйыл Баймаҡ районында 9-сы класты - 825, 11-се класты - 189 уҡыусы тамамланы. Туғыҙынсыларға тантаналы шарттарҙа төп дөйөм белем алыу тураһында аттестат тапшырылды. Сығарылыш кисәһенән киләһе репортаж
Сығарылыш кисәләре һәр уҡыусы тормошонда иҫтәлекле, бер аҙ моңһоу ҙа ваҡиға. Улар уҡытыусылары, класташтары, белем усаҡтары менән хушлаша. Быйыл ҡаланың икенсе мәктәбенең 9 класын 109 уҡыусы тамамлай, уларҙың күбеһе төрлө урта һөнәри белем биреү йорттарына инергә ҡарар иткән.
Тантанала уҡыу алдынғылары, спорт, төрлө олимпиада призерҙары, ирекмәндәр айырым билдәләнде. Уҡыусылар үҙҙәренең остаздарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө ул - 9 А класы уҡыусыһы Яна Стазаеваның ағаһы “Гром” ҡушаматлы яугирҙың сығарылыш кисәһенә ҡайтыуы булды. Зал уны аяғүрә тороп алҡышлап ҡаршыланы.
Ҡаланың 3-сө мәктәбенең 9 в классы уҡыусылары сығарылыш кисәһенә тип йыйған аҡсаға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ һалдаттарға гуманитар ярҙам оҙатты. Егет- ҡыҙҙарҙың илдәге хәл-ваҡиғаларға битараф булмауы һөйөндөрә. Тантанала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Раушания Рәхимова



