Иң мөһиме - балаларҙың хәүефһеҙлеге. Йәйге каникулда йыш ҡына уҡыусыларҙы автобустарҙа һауыҡтырыу учреждениеларына, йә мәҙәни сараларға йөрөтәләр. Йәш пассажирҙарҙы ташыу буйынса талаптар ҡаты, улар менән тағы ла бер тапҡыр юл инспекторҙары таныштырҙы. Өфө тимер юл вокзалынан ғына бөгөн өс автобус Мәләүез районындағы лагерға юлланды. Уларға Донбастан килгән 150-гә яҡын бала ултырҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Өс көнлөк оҙайлы сәфәр тамам. Луганск өлкәһенән Башҡортостанға йәнә бер төркөм балалар ял итергә килде. Өфө тимер юл вокзалында уларҙы туристик фирма вәкилдәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Уҡыусыларҙың кәйефе күтәренке, күбеһе республика менән яҡшы таныш, икенсе-өсөнсө тапҡыр һауыҡтырыу учреждениеһына киләләр.
Балаларҙы оҙатып барыусылар - уҡытыусылар һәм ата-әсәләр ҙә бар. Өлкәндәр автобусҡа ултырған малай-ҡыҙҙарҙы исемлек буйынса иҫәпләп, һәр ҡайһыһына үҙҙәрен транспортта тотоу буйынса инструктаж үткәрҙе, хәүефһеҙлек ҡайыштарын тағыуҙарын контролдә тотто. Утыҙ йыллыҡ водитель стажы булған Рәзит Хәзинуров та оло юлға сығыр алдынан автобусҡа техник яҡтан тикшереү уҙғарған. Салонда балаларҙың булыуы - иңгә икеләтә оло яупалылыҡ өҫтәй.
Автобуста Өс һәм унан күберәк бала булғанда транспортты юл инспекторҙары оҙатып бара. Ғөмүмән, ҡағиҙәләр үтәлешенә иғтибар етди . Мәғариф учреждениеһы уҡыусыларҙы ҡала буйлап, йә ҡала-ара маршруттарға алып сыға икән - Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса алдан билдәләнгән талаптарҙы үтәргә, тейешле документтарҙы теүәлләргә тейеш. Әйтәйек, балалар һәм уларҙы оҙатып барыусылар, водитель тураһында мәғлүмәт булырға тейеш.
Башҡортостан буйынса автомобиль юлдарын күҙәтеү территориаль бүлексәһе һәм Дәүләт автоинспекцияһы балалар ташыусы автобустарҙың хәрәкәтен контролдә тота. Юлда даими рәүештә профилактик рейдтар уҙғарыла. Документтар теүәллегенән тыш, транспорттың төҙөклөгө лә ҡарала.
Гөлназ Хәйбуллина






