Сара Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына һәм Ғаилә йылына бағышланды. Ҡунаҡтарға бай программа әҙерләнгән: спорт ярыштары, күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм йәрминкә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһы.
Һәр һабантуйҙың иң тамашалы урындарының береһе - көрәш майҙаны. «Өфө ҡәлғәһе» ғаилә фестивале, ысынлап та, һабантуй майҙанын хәтерләтте. Ә милли уйындар сараны айырыуса биҙәне. Көрәшергә Өфөнән генә түгел, республиканың төрлө тарафтарынан спортсылар йыйылған.
Көрәштә призлы урын алыусыларға ҡиммәтле бүләктәр әҙерләнгән. Абсолют еңеүсе иһә мотоцикл йөрөтөп ҡайтасаҡ. Фестиваль майҙанында арҡан тартышыу - халыҡ-ара ярышҡа әйләнде. Өфөлә белем алған төрлө милләт вәкилдәре башҡорт милли уйындарын үҙ итте. Быуындарҙы яҙып, чиновниктар ҙа ярышты.
Һауа торошоноң боҙолоуы бер кемдең дә кәйефен төшөрмәне. Йырсылар менән бергә ҡушылып йырҙар йырланды, ғәскәровсыларҙың дәртле сығыштарына ҡарап түҙә алмай, ҡунаҡтар ҙа бейеүгә төштө.
«Өфө ҡәлғәһе» ғаилә фествиален баш ҡаланың Киров районы хакимиәте дүртенсе йыл рәттән ойоштора. Быйылғы байрам Өфөнөң 450 йыллығына, Ғаилә йылына һәм Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына бағышланған. Һәр һабантуйға хас булған кеүек сәхнәлә район уңғандары, махсус хәрби операция яугирҙары һәм өлгөлө ғаиләләр бүләкләнде.
Байрам программаһын ҡул эше күргәҙмәләре һәм йәрминкә менән танышыу, концерт номерҙары дауам итте.
Әлфинә Килдейәрова






