Театр сәхнәһендә йәнә башҡорт эпик ҡомартҡыһы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры репертуары «Заятүләк менән Һыуһылыу» әҫәре менән тулыланды. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән тамаша сағыу образдар, костюмдар төрлөлөгө менән халыҡ һөйөүен яуланы. Ул 104-се ижад миҙгеленең һуңғы премьераһы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Заятүләк һәм Һыуһылыу» эпосы театр сәхнәһендә. Премьера аншлаг менән үтте. Һәм был осраҡлы түгел. Сөнки әлегә тиклем «Урал батыр»ҙан тыш, башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы сәхнәләштерелгәне булмаған.
Төп ролдәрҙең береһен Линар Бәйетов башҡарҙы. Заятүләк - артистың театрҙағы тәүге ҙур эше.
Башҡорт халыҡ эпосы тәүге тапҡыр 1843 йылда рус яҙыусыһы һәм этнограф Владимир Даль тарафынан яҙып алынып «Москвитянин» журналында «Башкирская русалка» исеме аҫтында баҫтырыла. Артабан, төрлө йылдарҙа сит ил белгестәре менән бергә, башҡорт ғалимдары ла Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһендә йәшәүселәрҙән яҙып алған. Заманында шулай уҡ республиканың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҙа өйрәнгән.
Шуға ла театр коллективы әҫәрҙе замансалаштырып, әммә төп мәғәнәһенән тайпылмайынса сәхнәләштерергә тырышҡан. Ул фэнтези жанрында ҡуйылған. Тамашасы сағыу костюмдар, ҡатмарлы декорация, музыкаль биҙәлеште яратып ҡабул итте. Спектакль һуңынан залдағы тамашасы ижади коллективты аяғүрә баҫып ихлас алҡышланы.
Азат Ғәлиуллин



