Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Рәсимә Ғәйфуллинаның бенефисы үтте

Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рәсимә Ғәйфуллинаның бенефисы үтте. Кисә ижадсының 60 йәшлек юбилейына арналды.

Рәсимә Риф ҡыҙы «Нур» театрында 1991 йылдан, уға нигеҙ һалынғандан алып хеҙмәт итә. Бөгөнгә тиклем ул алты тиҫтәнән ашыу ролдә уйнап, бик күп образдар тыуҙырған. Театрҙан тыш, Рәсимә Ғәйфуллинаның тауышын «Юлдаш» радиоһы тулҡындарында ла даими ишетергә мөмкин. Бенефис спектакленә драматург, кинорежиссер Нурания Замалиеваның «Йәшлегем ишек шаҡыһа» пьесаһы юҡҡа ғына һайланмаған.

Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға арналған сәхнә әҫәрендә Рәсимә Ғәйфуллина төп ролде башҡарҙы. Әсәләр хәстәрлеге, яҡшы мөнәсәбәттәр тәрбиәләүгә ҡоролған әҫәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Бенефис аншлаг менән үтте. Күркәм юбилейын ҡаршылаған актриса Сәхибъямал Ғиззәтуллина-Волжская исемендәге «Театр сәнғәтендә күп йыллыҡ хеҙмәте һәм юғары ҡаҙаныштары өсөн» миҙал менән бүләкләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ