Нефть һәм газ сәнәғәтенә яңы кадрҙар. Быйыл Өфө дәүләт нефть техник университеты меңдән ашыу белгес сығара. Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында торба үткәргес транспорты факультетын тамамлаусыларға диплом тапшырылды. Был йүнәлеш буйынса 145 бакалавр һәм 150 магистр әҙерләнгән. Уларҙың бер өлөшө уҡыу программаларын тулыһынса инглиз телендә үҙләштергән.
Торба үткәргес транспорты факультетында нефть, газ, йылылыҡ энергетикаһы өлкәләре өсөн киң профилле белгестәр әҙерләнә. Йәштәрҙе эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре тәбрикләп, эшкә лә саҡырҙы. Кадрҙарға ихтыяж юғары.



