Өфөнән Байконурға велосипедта. “ВелоРәсәй” Бөтә ил хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе Ксения Салазанова баш ҡаланан Байконурға юлланды. “Башҡортостан” милли паркы телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, маршруттың оҙонлоғо 2 мең километр. Сәфәр 1 ай дауам итә. Ксения Рәсәй һәм Ҡаҙағстанда космос үҫеше менән бәйле урындарҙан үтергә ниәтләй. Ул шулай уҡ Воскресенск картина галереяһы, Йылайыр музейы, Ырымбур ҡурсаулығында ла булырға йыйына. Велосипедсы сәйәхәткә ҡушылырға саҡыра. Ул телеграм-каналында экспедиция тураһында мәғлүмәт биреп бара.




