Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы

Радий Хәбиров республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидатты хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Радий Хәбиров менән бергә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Руслан Насретдинов һәм кандидаттың финанс вәкиле Максим Ульчев булды. Башҡортостан Башлығын һайлау өс көн дауамында - 6, 7, 8 сентябрҙә үтә. Үҙәк һайлау комиссияһында биш кандидаттан документтар ҡабул ителгән. Башҡа кандидаттар ҙа хуплау ҡултамғалары менән исемлекте тапшырырға тейеш.

Үҙәк һайлау комиссияһына кандидаттарҙы хуплау ҡултамғалары менән биш кандидат көтөлә. Тәүге булып исемлекте Радий Фәрит улы Хәбиров тапшырҙы. Башҡа кандидаттарҙы ла көтәбеҙ - улар 11 -се июлгә тиклем тапшыра ала. Ҡултамғалар тикшереү үткәс кандидатты теркәү йәки кире ҡағыу процедураһы уҙғарыла.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ