Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан иҡтисадты үҫтереү, төбәктә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, яңы эш урындары булдырыу һорауҙары ҡаралды. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар « дәүләт фонды социаль координаторҙары муниципалитет етәкселәре менән әүҙемерәк эшләй башлаясаҡ. Бынан тыш, яугирҙарҙың шифаханаларға юлламаһын туғандарына күсереүҙе еңелләштереү мәсьәләләре ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Уҙған аҙнала төбәктә ҡойма ямғырҙар яуҙы. Йәмәғәт майҙансыҡтарында һәм юл буйҙарында сабылмаған үлән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың иғтибарын йәлеп итте. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығын тәнҡитләне.
Йәкшәмбе «Патриот» илһөйәрлек паркында Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар « дәүләт фонды вәкилдәре менән осрашты. Бер йыл элек эшләй башлаған фонд тарафынан 50 меңгә яҡын мәрәжәғәт ҡаралған һәм һәр һорау буйынса ярҙам күрһәтелгән. Протез юллау, хәрби хәрәкәт ветераны таныҡлығын теркәү, балалар өсөн социаль льготалар, һалымдарҙан азат итеү, реабилатация үтеү, дәүләт ташламаларын алыу кеүек мөрәжәғәттәр күпләп ҡабул ителгән. Радий Хәбиров муниципалитет кимәлендәге оператив кәңәшмәләргә фонд социаль хеҙмәткәрҙәрен мотлаҡ йәлеп итеп, эште тағы ла әүҙемләштереү маҡсатын ҡуйҙы.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың шифаханаларҙа ял итеү өсөн юлламаларын туғандарына күсереү документтарын еңелләштерергә ҡушты. Хәбәрһеҙ юғалған йәки юлламаны яҡындарына тапшырырға теләгән осраҡтарҙа бюрократия кәртәләре булырға тейеш түгел.
2028 йылға республикаға инвестициялар күләмен 1 триллион һумға еткереү күҙаллана. Оператив кәңәшмәлә ҡатмарлы шарттарға ҡарамаҫтан иҡтисадты үҫтереү, төбәктә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, яңы эш урындары булдырыу һорауҙары ҡаралды. Йыл башынан республикаға 105 млрд һумға инвестициялар йәлеп ителгән.
6 июлдә Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асыу тантанаһы көтөлә. Тарихты һаҡлау визит-үҙәгендә артефакттар экспозицияһы, лекциялар залы, депозитарий, кафе урынлашҡан. Сарала ғилми һәм мәҙәни программа ҡаралған, ғалимдар, тарихсылар һәм башҡа ҡунаҡтар көтөлә. Тантанала «Көс урыны» тип исемләнгән документаль фильмдың премьераһы үтә.
Флорида Ким



