Республика башлығы спортсыларҙы юғары ҡаҙаныштары менән тәбрикләп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Башҡортостан атлеттары Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә шаҡтай ҙур өлөш индерҙе. Ҡазанда уҙған уйындарҙа яҡташтарыбыҙ 20 миҙал яуланы. Шуларҙың яртыһынан күбеһе алтын. Был иһә республикала спортты үҫтереүгә бүленгән иғтибар һөҙөмтәһе. Әле лә Өфөлә бер юлы өс күләмле спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән баш ҡалала фехтования үҙәге, ишкәкселәр комплексы һәм көрәш һарайы барлыҡҡа киләсәк.
Быйыл шулай уҡ бокс һәм ҙур теннис үҙәктәре проектлана башлай. Республика башлығы баш ҡалала барлыҡҡа киләсәк еңел атлетика манежы урыны тураһында ла хәбәр итте. БРИКС илдәре уйындарында ҡатнашыусылар республика етәкселегенә спортҡа булған иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Атлеттар халыҡ-ара старттарҙа уңышлы сығыш яһағандары өсөн махсус стипендиялар аласаҡ.



