Башҡортостан колледждарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

Төбәк Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл абитуриенттарҙа машиналар эшләү, төҙөлөш, IT, мәғариф һәм медицина менән бәйле һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу юғары. Туғыҙынсылар өсөн 22 меңдән ашыу бюджет урыны әҙерләнгән. Өфө колледждарында ҡабул итеү кампанияһы барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова таныштыра.

Әмирә Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернатын тамамлаған. Аттестат алыуына бөгөн 4-се генә көн. Уҡыуын ул колледжда дауам итергә теләй. Һынлы сәнғәт һөйөүсе ҡыҙ киләсәктә графика дизайнеры булмаҡсы. Был һөнәргә Өфө дәүләт технологиялар һәм дизайн колледжында уҡыталар.

Графика дизайнерынан тыш, уҡыу йортонда тағы 11 йүнәлеш бар, уларҙың өсәүһе быйыл индерелгән. Колледж 527 абитуриентты беренсе курсҡа ҡабул итергә әҙер, уларҙың 300-ө бюджет иҫәбенә уҡытыласаҡ.

Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжына уҡырға инергә теләүселәр тәүге һынауҙы компьютер алдында үтә. Ҡабул итеү кампанияһын еңелләштереү маҡсатында һәр абитуриент үҙ документтарын махсус программаға теркәй. 20 июндән алып 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән.

Колледжда 15 һөнәргә уҡыталар. Янғын хәүефһеҙлеге һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән яҡлау??? йүнәлешен һайлаусылар физкультура буйынса ҡабул итеү имтиханын тапшырасаҡ. Иң популяр йүнәлештәрҙең береһе булып Пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу ҡала. Унда коптер операторҙары әҙерләнә. Былтыр асылған йүнәлешкә 50 студент ҡабул ителә.

Маҡсатлы йүнәлеш буйынса белем алған студенттар уҡыуҙы тамамлағас, Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендә 3 йыл эшләргә бурыслы. Ғөмүмән, Башҡортостанда 92 һөнәри белем биреү ойошмаһы эшләй. Киләһе уҡыу йылына 22 меңдән ашыу бюджет урын иҫәпләнгән. Ҡабул итеү кампанияһы башҡа йылдарҙан айырылмай. Колледждарға аттестаттың урта балы буйынса ҡабул итәләр.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ