Яҡын арала төҙөүселәр яңы юлдың бер өлөшөн файҙаланыуға тапшырырға ниәтләй. Эш барышы менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Объект ҡатмарлы, сөнки төҙөлөш күп ҡатлы һәм шәхси йорттар тирәләй бара. Шуға ла эшселәргә ер аҫты инженер коммуникацияларына юлығырға, проектҡа үҙгәрештәр индерергә лә тура килә. Әле юл үткәргескә инеү юлдарында эш тамамланған.
Объект тапшырылһа өфөләр 6,5 саҡрым оҙонлоҡтағы яңы транспорт коридорын һынай аласаҡ. Әммә, уға тиклем автоһәүәҫкәрҙәргә бер аҙ түҙергә тура киләсәк. Бөгөн төҙөлөшкә йәнә өҫтәмә сикләүҙәр индерелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект Пугачев урамын реконструкциялауҙы һәм киңәйтеүҙе, Пугачев менән Генерал Рыленко урамдары киҫешкән урында юл сиселешен булдырыуҙы, Өфө - Ырымбур трассаһына сығыу юлы менән Ағиҙел аша күпер төҙөүҙе күҙ уңында тота.
Азат Ғәлиуллин






