Өфөнөң Почетлы граждандары рубрикаһының сираттағы геройы - Сәүиә Сираева

70 йылдан ашыу сәнғәткә тоғро. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираева - Өфөнөң Почетлы граждандары рубрикаһының сираттағы геройы. Ошо көндәрҙә «Нур» татар дәүләт театрында 32-се ижад миҙгеле ул уйнаған «Ғәлиәбаныу» спектакле менән тамамланды. Тамаша алдынан актриса менән БЮТ ижади төркөмө күреште.

Сәхнәгә меңенсе тапҡыр сыҡҡанда ла, ул тулҡынлана. Был ысын артистарға хас һыҙат. Бала саҡта Сәүиә Сираева театрҙа сығыш яһармын, тип уйламай ҙа. Һуғыш балаһының ҡайғыһы бер - тамаҡ туйҙырыу. Ғаиләлә ул 12-се бала. Шулай ҙа ижади күңелле ҡыҙҙы мәктәп һәм ауыл клубының бер мәҙәни сараһынан да ҡалдырмайҙар. Бөгөн ул тотош ил кимәлендә билдәле актриса.

Сәхнә актрисаға икенсе түгел, ә беренсе йорт. Хатта эпизодик ролдәрен дә ул ярата. Айырғым килмәй - уларҙың үпкәләүе ихтимал, ти. Сәүиә Сираева сәнғәткә 70 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Ошо йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында, Салауат драма, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй. Бөгөн ул «Нур» театры йондоҙо.

90 йәштән уҙһа ла, ул һаман сәхнәлә. Сөнки тамашасы алдында ул уйнамай, ә йәшәй. Бөгөн «Нур» театрында Сәүиә Сираева 5-6 спектаклдә ҡатнаша. Драматургияның төрлө йүнәлешендә лә ул берҙәй уңышлы уйнай, тик комедия жанрҙары уға айырыуса килешә, актриса ла уларҙы үҙ итә. Уның тәрән хисле образдарын күрер өсөн, театрға республиканың төрлө нөктәһенән киләләр.

Театр - уны, ул - театрҙы ярата. Шуның өсөн дә Сәүиә Сираева һаман илһамланып эшләй һәм халыҡ һөйөүен яулауын дауам итә.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ