Украина прокуратураһы ситтән тороп Башҡортостан етәксеһен һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығын ғәйепләне. Ведомствоның рәсми сайтындағы текста билдәләнеүенсә, улар Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяждарын матди яҡтан тәьмин итә. Республика башлығының матбуғат секретары Диана Сәфәрғәлиева һөйләй.
“Украина режимы ил һәм төбәк етәкселегенә баҫым яһарға тырыша. Рәсәйҙең дәүләт хеҙмәткәре иле мәнфәғәтендә фиҙаҡәр хеҙмәт итә, уның суверенитетын һәм именлеген яҡлай. Бының өсөн икенсе дәүләттең енәйәт эҙәрлекләүе алып барыуы юридик яҡтан хоҡуҡи мәғәнәһеҙлек”, - тип иҫәпләй юрист һәм ғалим Закирйән Әминев.
“Украинаның ҡарарын Радий Хәбировтың махсус хәрби операцияға индергән шәхси өлөшөн таныу тип ҡарарға кәрәк”, - тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев.








