Радий Хәбиров «Йәмәғәт киңлектәре сәғәте» форматында кәңәшмә үткәрҙе

Осрашыуҙа тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү проекттары тикшерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова, Өфөнөң Урмансылар һәм Ленин исемендәге парктарын яңыртыу эштәре, «Башҡорт ихаталары» программаһы үтәлеше менән таныштырҙы, шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тормошҡа ашырылған проекттарҙы финанслау тураһында фекер талышты. Башҡортостан башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына төбәктең финанс министрлығы менән берлектә республика тармаҡ программаларын үтәү һәм уларҙы 2025 йылда финанслау буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ