Быйыл уҡыу йорто 185 белгес сығара. Уларҙың икәүһе почет китабына индерелгән, 16 -һы бер юлы ике һөнәр үҙләштергән, 11-е ҡыҙыл диплом ала. Уҡыу йорто бөтә илгә тиерлек дингеҙ һәм йылға транспортында эшләүсе көслө белгестәр әҙерләй. Уларға бөгөндән үк илебеҙ мәнфәғәтенә бәйле бурыстарҙы үтәргә, уларҙы халыҡ - ара майҙансыҡтарҙа яҡлау, яңы халыҡ-ара мөнәсәбәттәр төҙөргә тура киләсәк. Шуларҙың иң мөһиме үҙ Ватаныңа хеҙмәт итеү. Студенттар үҙ һөнәрен көнүҙәк һәм кәрәкле тип һанай. Сөнки әлеге ваҡытта һыу транспорты әүҙем үҫеш юлында.



