«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ауыл биләмәләре хакимиәте башлыҡтарының семинары асылды

Ике көн дауам итәсәк сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Осрашыуҙа ауыл халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь өлкә, социаль инфраструктура, экология мәсьәләләре, туризмды үҫтереү һәм башҡа һорауҙар тикшерелде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек саралары ла иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында ауыл хакимиәте башлыҡтары ике көн дауамында тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды. 13 район вәкилдәре көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй. Ауыл етәкселеген башлыса уртаҡ проблемелар борсой - юл, һыу, социаль объекттарҙы төҙөкләндереү,халыҡ менән килешеп һөҙөмтәле эш алып барыу.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров семинарҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп уҙған йылғы осрашыу һөҙөмтәләре өсөн рәхмәтен белдерҙе. Былтыр ауыл хакимиәте етәкселәре менән кәңәшмәлә ете тиҫтәгә яҡын мөрәжәғәт индерелгән. Уларҙың күбеһе уртаҡ көс менән хәл ителгән.

Республика тарафынан ауыл биләмәләрен тәртипкә килтереү өсөн программаларҙы финанслау уңышлы ойошторолған. «Яҡты урам» программаһын тормошҡа ашырыу өсөн йылына 300 млн һум аҡса бүленә, «Айыҡ ауыл» конкурсының приз фонды арттырылды, халыҡ кәсептәрен үҫтереү өсөн дәүләт тарафынан субсидиялар ҡаралған, ППМИ проекты ойошторолған.

Ауыл хакимиәте башлыҡтарын берләштергән семинарҙа төбәктә мутлашыусылар менән көрәш һорауҙарына баҫым яһалды. Уҙған аҙнала республика халҡы телефон аша мутлашыусыларға 27 млн һум аҡса күсергән, ә дөйөм алғанда бер йыл эсендә күрелгән зыян 2 млрд һумға барып баҫа. Был сумманың төп өлөшө Украина хәрби көстәрен финанслауға йүнәлтелә, шуға ла белгестәр мутлашыусылар менән һаҡ булырға кәңәш итә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, сентябрҙә уҙасаҡ һайлауға әҙерлек мәсьәләләре буйынса асыҡ диалог ойошторолдо. Республика яугирҙарына оҙатылған 127 гуманитар ылауҙы туплауҙа ауыл биләмәләренең ҡатнашлығы баһалап бөткөһөҙ тип билдәләнде.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ