Быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә 150-гә яҡын ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған

Программа тормошҡа ашырыла башлағандан бирле, йәғни һуңғы 5 йылда, был күрһәткес меңдән ашҡан. Әле республика райондарында эш ҡыҙыу бара. Маҡсат - ихаталар матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш.

Өфөнөң Дим районы Ухтомский урамындағы ихата республикала иң беренсе файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Бында төҙөүселәр эште ваҡытынан 2 айға алдан тамамларға ниәтләй. Майҙанда асфальт ҡатламы яңыртылған, әле балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырыла.

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә төҙөкләндереү саралары республика программаһы сиктәрендә алып барыла. Баҡса урамы, 20 -се йорт ихатаһы бер нисә тиҫтә йыл ремонтланмаған. Ул ҡасабалағы иң беренсе биҫтәләрҙең береһендә урынлашҡан. Март айынан бында техника тауышы тынмай.

Быға тиклем был майҙанда ла кескәйҙәр өсөн уйнарға, ә пенсионерҙарға ял итергә урын булмаған. Ремонттан һуң, бында заманса уңайлы биләмә булыр, тип көтөлә.

Иң мөһиме, бөтә эш тә күп ҡатлы йортта йәшәүселәр башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Халыҡ үҙе ғариза бирә, дизайнды раҫлай, төҙөкләндереүе сығымдарының бер өлөшөн ҡаплай.

«Башҡортостан ихаталары» быйыл 30 районда тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә күп йылдар төҙөкләндерелмәгән майҙандар заманса төҫ ала. Иң мөһиме - республикала йәшәгән һәр кем өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ